+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
26 Февраль 2019, 18:08

Хәрби – патриотик айлыҡ

Мәктәбебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата хәрби-патриотик айлыҡ булды. Хатта тәнәфестәрҙә лә буш торманы уҡыусылар. Ҡыҙыҡлы викторина, уйындар бер-береһе менән алышынып ҡына торҙо. Һәр бала үҙ атаһы тураһында буклет эшләне. Хәрби-патриотик темаға эстәлекле гәзиттәр сығарҙы. Мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ла ойошторолдо.

“Көйҙө бел” тип аталған кисә бик ҡыҙыҡ үтте. Уҡыусылар бер нисә нотанан ғына торған хәрби йырҙы атарға тейеш ине. Был конкурста VI – VII синыфтыҡылар алға сыҡты.
Саңғы-сана эстафетаһы ла күңелле булды. Уҡыусылар синыф етәкселәре менән өс командаға бүленеп ярышты. Иң һуңынан йәшерелгән флагты эҙләп табырға кәрәк ине. Бының өсөн йомаҡты сисергә тейешһең. Балалар бер ҙә юғалып ҡалманы, тиҙ генә флагты көрт араһынан килтереп сығарҙы.
Пневматик мылтыҡтан атыуҙа VI синыф уҡыусыһы Линара Баязитова иң мәргәне булды.
Ә шашка ярышында Шайморат Фәтҡуллинға етеүсе булманы. Шулай уҡ Ильяс Шөғәйепов, Дияз Мөхәмәтйәнов, Айназ Мырҙағилдиндар ҙа ҡалышманы.
Театрлаштырылған тамашаға VIII – IX синыфтың уҡыусылары Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай “поэмаһынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Бишенселәр ҙә шул уҡ әҫәрҙе үҙҙәренсә киңәйтеп, бик оҫта уйнаны. “Шәфҡәт туташтары” яралыларҙы ҡарай, почта ташыусы хат килтереп һөйөнсөләй...
VI – VII cиныфтыҡылар әҙерләгән “Күләгә театры” ла бик күптәргә оҡшаны. Хәрби темаға әҫәрҙәр уҡынылар, аҙаҡ дәрестәрҙә фекер алыштылар.
Айлыҡты йомғаҡлап, еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.
Мауыҡтырғыс сараны ойошторған уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Эльвира Әмир ҡыҙы Баязитоваға, синыф етәкселәренә, ярҙам иткән уҡытыусыларға атай-әсәйҙәр ҙә ҙур рәхмәт белдерҙе.

Сәүиә Закирова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Белорет районы, Ғәбдөк мәктәбе.

Читайте нас: