-28 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
2 Август 2019, 13:31
Быйыл премия кемдәргә эләкте?
Һәр мәктәп үҙ традициялары менән йәшәгән кеүек, беҙҙең Ибрай мәктәбе лә үҙенең йолаларына тоғро. Мәҫәлән, ошо белем усағында уҡып киткән яҡташыбыҙ, филология фәндәре кандидаты Хәҙисә Вәлиулла ҡыҙы Солтанбаева үҙ премияһын булдырҙы. Байтаҡ йылдар инде беҙ уны һәр уҡыу йылы аҙағында алдынғы уҡыусыларға тапшыра киләбеҙ.
Беҙҙә үҙ премияһын булдырған Хәҙисә Вәлиулла ҡыҙы.
Хәҙисә Вәлиулла ҡыҙының атаһы – һуғыш ветераны Вәлиулла Ғариф улы Солтанбаевҡа мәктәбебеҙҙә таҡтаташ бар. Ул 1953 йылдан 1964 йылға тиклем Ибрайҙа мәктәп директоры булып эшләгән. Ә уның ҡатыны Зәйтүнә Хаммат ҡыҙы Абдуллина математиканан уҡытҡан.
Уҡытыусылар династияһынан булған ғалимә Хәҙисә Солтанбаеваның быйылғы премияһы район олимпиадаһында еңеүсе һәм призлы урын алған уҡыусыларға тапшырылды. Улар технология буйынса иң-иңе булып танылған Нәргизә Ҡолмөхәмәтоваға, ошо фән һәм башҡорт теле, йәмғиәтте өйрәнеү, рәсемдән призёрҙар – Гөлнур Аҡбутинаға, Рәмзилә Ҡолғаринаға, Азалия Мәсәғүтоваға, Рушан Әбделмәновҡа, Флүзә Күсәрбаеваға, Камила Батталоваға бирелде.
Йыл да уҡыусыларыбыҙҙы премиялары менән ҡыуандырып торған Хәҙисә Вәлиулла ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уға һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Земфира АҠБУТИНА.
Ейәнсура районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән