-3 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
30 Август 2019, 14:01
Мәктәп йондоҙсоғо
Ирина Хәзиева – мәктәп йондоҙсоғо. Ул тик «дүртле», «бишле» билдәләренә генә уҡый.
Белем усағында уҙғарылған бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Матур йырлауы етмәгән, оҫта итеп бейеп, бөтәбеҙҙе лә таң ҡалдыра. Шиғыр ҙа ижад итә. Шуға ла бик ихлас йәш хәбәрселәр, бейеү, һүрәт төшөрөү, театр түңәрәктәренә йөрөй. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай.
Район экологик плакаттар бәйгеһендә – I урын, Бөтә Рәсәй ижади эштәр конкурсында II урын яуланы. Ә Туймазы районы буйынса ойошторолған «Талпыныу» әҙәби ижад бәйгеһендә инде Ирина тағы беренсе булды. «Туған телем – наҙлы гөлөм» исемле агитбригадалар ярышында «Ҡомартҡы» номинацияһында еңеү яулауҙа ла уның өлөшө ҙур. Тырыш ҡыҙ төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, белем кимәлен һынай. Ул Гагарин кубогына уҙған бәйгелә урыҫ теле, әҙәбиәт, башҡорт теле буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
Ирина спорт уйындары буйынса ойошторолған ярыштарҙа ла ҡатнаша. Бигерәк тә шахмат буйынса һынатмай.
Ул «Green Models» моделдәр әҙерләү студияһында шөғөлләнеп, диплом алды. Әле исеме «Celebrity kids» халыҡ-ара моделдәр базаһында тора, төрлө ерҙә сығыш яһай.
Йәйҙе лә Ирина бик файҙалы үткәрҙе. Бик күп әҙәби китаптар уҡыны, йортонда әсәһенә ярҙамлашты, еләк-емеш йыйҙы. Күптән түгел маникюр яһау серҙәренә өйрәнеү курсын уңышлы тамамлап, дуҫ-иш ҡыҙҙарының тырнаҡтарын биҙәп шатландырған. Нимәгә тотонһа, Иринаның ҡулынан килә шул. Үҙенең бик ҡаты ауырыуын еңергә күп көс һала. Үҙе сабыр, тыныс холоҡло һәм көслө рухлы ҡыҙыҡай ул.
Иринаның күңеле һәр саҡ күтәренке, гел йылмайып тора. Мәктәбебеҙ күгендә балҡыған сағыу йондоҙсоҡ ул! Күҙ теймәһен үҙеңә, яңы уҡыу йылында ла уңыштар һиңә!
Ләлә АБЗАЛОВА, уҡытыусы.
Туймазы районы,
Бишҡурай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән