Бындай бәхеткә уҡыуҙа һынатмаған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем, ҡала һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, шиғыр һөйләү бәйгеләрендә еңеүсе булған, призлы урын яулаған, спорт өлкәһендә һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән 10 уҡыусы лайыҡ булды. Улар – Дәүләт Ғәйнуллин, Әҙилә Егорова, Ислам Зөлҡәрнәев, Зарина Сәйетғәлина, Зәйнәп Ғәлимова, Наҙгөл Әхмәтшина, Дамир Вәлиев, Ренат Ибраһимов, Марина Килбахтина, Асман Ҡарағоловтар. Был балаларға Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова Почёт грамоталары, аҡсалата бүләк тапшырып, алдағы көндәрҙә лә юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләне. Халыҡ шағирының ҡыҙы гимназияның кабинет-музейына ла елән, атаһының портретын, уҡ һәм ян, китаптарҙы бүләк итеп алып килгәйне.
Премия тапшырыу тантанаһында уҡыусылар бөйөк шәхесебеҙҙең шиғырҙарын һөйләне. Ә Зилиә Бәхтиева менән Айгиз Ханов йырҙары байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Икенсе синыф уҡыусыларының бейеүҙәре, «Мостай һүҙе – йөрәк һүҙе» гимназия проекты еңеүселәре Ярмуллиндар һәм Әминевтәр ғаиләләренең ялҡынлы сығыштары ла һәр кемдең күңеленә хуш килде.