+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
13 Март 2020, 12:30

Ижадында – халҡыбыҙ яҙмышы

Баш ҡалабыҙҙың Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында «Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады» тигән республика ижади проекттар конкурсы быйыл етенсе тапҡыр ойошторолдо.

Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комите­ты иғлан иткән Башҡорт теле йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
– Был бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта ғына. Сөнки Зәйнәб Биишеваның һәр бер яҙғаны тормошсан, халыҡсан, күңелгә үтеп инә. Улар үҙҙәре бай тормош әҫәрҙәре булып тора. Әйҙәгеҙ, күренекле әҙибәбеҙҙең ижадын өйрәнәйек, шулай тел байлығыбыҙҙы арттырайыҡ, – тип сәләмләне барыһын конкурсты асыу тантанаһында гимназияла директор вазифаһын башҡарыусы Әхмәт Рәшит улы Вәлиев.
Ижади проекттар бәйгеһе «Бөйөк туған телем», «Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә – тыныслыҡ темаһы», башҡорт, урыҫ һәм башҡа телдәрҙә «Һүҙ көсө», «Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен сәхнәләштереү» номинациялары буйынса үткәрелде.
– Беҙҙең мәктәптә театр түңәрәге эшләп килә. Уҡытырға килгәндән алып уны синыфтан тыш сара итеп алып барам. Үҙебеҙҙең белем усағында, мәҙәниәт йортонда, балалар баҡсаларында сығыш яһайбыҙ. Яңыраҡ Сәрүәр Суринаның «Кем көслө?» әкиәтен ҡуйҙыҡ. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр ярышымы, «Кейекбаев уҡыуҙары»мы – ниндәй конкурстар бар, барыһында ла ҡатнашырға тырышабыҙ. Бәйге алдынан көн дә репетициялар үткәрелә. Был ижади проекттар бәйгеһендә Зәйнәб Биишеваның «Тылсымлы ҡурай» драма әҫәрен күрһәттек. Ете бала уйнаны, ҡайһы берҙәре икешәр ролде башҡарҙы. Декорацияларҙы Әлфиә Зөлфәр ҡыҙы Юнысова менән бергәләп эшләнек. «Атайсал» проектында еңеп сыҡҡайныҡ, шуның аҡсаһына сәхнә костюмдары тектерҙек. Музыкаль яҡтан биҙәргә Илшат Рәмил улы Ғарипов ярҙам итте. Ошондай конкурс­тарҙа ҡатнашып ҡайтҡандан һуң балалар театр түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй башлай, туған телде өйрәнеүгә ҡы­ҙыҡһыныуҙары ла арта, – ти Учалы башҡорт гимназияһының театр төркөмө етәксеһе Гөлдәр Арыҫланғәле ҡыҙы Хәкимова.
Ә номинациялар буйынса еңеүселәр булып, республика инженер интернат-лицейынан Рамаҙан Ғәлиәкбәров, Учалы районы Уральск мәктәбенән Яҙгөл Бапанина, Белорет районы Шығай мәктәбенән Гөлминаз Хафизова, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Ибраһим Ихсанов, Учалы башҡорт гимназияһының театр төркөмө танылды. Уларға дипломдар, ҡиммәтле приздар тапшырылды.
Читайте нас: