+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
23 Октябрь 2020, 21:40

Башҡорт уйындарын – милли кейемдәрҙә

– Нимә ҡаҙаһың? – Cоҡор ҡаҙам.

– Унда нимә эҙләйһең?

– Энә эҙләйем.

– Энәне нимә эшләтәһең?

– Тоҡ тегәм.

– Тоҡто нимә эшләтәһең?

– Һинең балаларыңды урлайым...

Ошо һөйләшеү кемгә таныш? Иҫегеҙгә төштөмө? Тимәк, һеҙ ҙә «Мәскәй әбей» уйынын уйнайһығыҙ. Тәүҙә бер төркөм балалар араһынан Мәскәй әбей һәм әсәй һайлана. Ҡалғандар әсәй артына теҙелеп, бер-береһенә йәбешеп тора. Мәскәй балаларҙың алдында «ер соҡоп» ултыра. Баяғы аралашыуҙан һуң балаларҙы тоторға тырышып, баҫтыра башлай. Ә улары әсәйҙәренең артында килеш, бер-береһенән ыс­ҡынмай, теге яҡҡа, был яҡҡа ҡаса. Кем тотола, әбей үҙенең яғына ултыртып ҡуя.

Беҙ бәләкәй саҡта бер урам балалары йыйылышып, йүгереп, баҫтырышып, гел хәрәкәтле уйындар уйнай торғайныҡ. Бына әле яңыраҡ Брәтәк мәктәбе уҡыу­сылары ла милли кейемдәр кейеп, аҡланға сығып, рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнап ҡайтҡан. Ауылдың мәҙәниәт хеҙмәт­кәр­ҙәре Эльвира Хөсәйенова менән Сулпан Юлдашева балалар өсөн шулай төрлө саралар ойоштора, йыр-бейеүгә өйрәтә. Интернетта ла төрлө темалар буйынса матур конкурстар үткәрәләр. Афарин!

Был юлы тәбиғәт ҡоса­ғына сығып, башҡорт халыҡ уйындары уйнағандар, баш­ҡорт бейеү көйҙәренә бейегәндәр. «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Энә менән еп», «Төҫлө ҡәләмдәр», «Мәскәй әбей» балаларға бик оҡшаған. Милли кейемдәр кейеп, шәп йүгереүгә, етеҙлеккә, отҡорлоҡҡа ҡорол­ған хәрәкәтле уйындар уйнау һәр кемдең күңеленә хуш килгән. VIII синыфтан Роза Вәхитова – мәктәптә иң әүҙемдәрҙең береһе, матур бейей. Гөлнара, Лиана, Алина Халиҡовалар, Зәлиә Ғөбәйҙуллина, Гөлзидә Рахманғолова, Фәдис һәм Байрас Йәрмөхәмәтовтар, Илһам һәм Рөстәм Юлдашевтар, Арсен һәм Илназ Ниғмәтуллиндар, Данир Йәғәфәров... Һәләтле балалар күп икән бында. Өлкәндәр ҙә дәртләндереп, ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, Флүр Уразаев ошондай саралар өсөн бик матур һандыҡ эшләп биргән. Ә уның эсенә һалынған бөтә түшелдеректәрҙе Сулпан Юлдашева үҙе яһаған. Башланғыс синыфтар уҡытыу­сыһы Фәниә Йәғәфәрова иһә ҡыҙҙарға милли күлдәктәр теккән.

Бына шулай күңелле йәшәй Брәтәк мәктәбе уҡыу­сылары.
Читайте нас: