+7 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
20 Ноябрь 2020, 13:41
Беҙ ҙә пионер булдыҡ!
Пионер «беренсе» тигәнде аңлата. Яңыраҡ беҙҙе, IV синыф уҡыусыларын, мәктәбебеҙҙең «Бәләкәй ил» балалар ойошмаһына ҡабул иттеләр. Башҡортостан пионерҙары булып киттек. Ул көндө мәктәпкә матур итеп кейенеп килдек.
Бына тантаналы минуттар етте. Сара «Үҫеш нөктәһе» кабинетында үтте. Беҙгә төрлө төҫтәрҙән торған галстуктар тараттылар. Уларҙы ҡәҙерләп ҡулдарыбыҙҙа тоттоҡ. Синыф етәксебеҙ Ләйсән Шәмсиәхмәт ҡыҙы Шишова аңлатыуынса, был төҫтәр донъяның төрлөлөгө тураһында һөйләй. Күк, аҡ, йәшел – Башҡортостан флагы төҫтәре, һары – ҡояштыҡы, ҡыҙыл – хәтер төҫө. Бал ҡорто һүрәте лә бар. Был галстук – «Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһына инеүебеҙҙе аңлата.
Тантананы өлкән пионервожатый һәм ҙурыраҡ пионерҙар башлап ебәрҙе. Беҙгә ниндәй эштәр башҡарыуҙары, ни өсөн галстук тағып йөрөүҙәре тураһында һөйләнеләр. Сара барышында йырҙар башҡарҙыҡ, шиғырҙар һөйләнек, тантаналы пионер вәғәҙәһен бирҙек. Беҙгә галстук бәйләгәндә бик тулҡынландыҡ, йөрәктәр дөп-дөп типте.
Хәҙер беҙ – пионерҙар. Тимәк, кескәй бал ҡорттары кеүек эшләргә, яҡшы уҡырға, өлгөлө, татыу булырға, өлкәндәргә, ярҙамға мохтаж кескәйҙәргә, атай-әсәйҙәребеҙгә, дуҫтарға, синыфташтарға ярҙам итергә тейешбеҙ. Юҡҡа ғына пионер значогында «Эш, дуҫлыҡ, намыҫ өсөн» тип яҙылмаған бит.
Әлфиә ФӘРҮӘЗОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ләйсән ШИШОВА, синыф етәксеһе.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән