+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Беҙҙең мәктәптә
23 Апреля 2021, 05:21

Дәрескә - милли кейемдәрҙә

Республикабыҙҙа ойошторолған «Милли кейемдә белем алам» акцияһына беҙ ҙә ихлас ҡушылдыҡ. Береһенән-береһе матур, сағыу милли күлдәктәр, ҡашмауҙар кейеп, түшелдеректәр тағып алған уҡыусыларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине.

Мәктәбебеҙҙең иң бәләкәстәре – беренселәр бигерәк тә айырылып торҙо. Өләсәһе һандығынан үҙенсәлекле түшелдерек, башлыҡ һәм камзул кейеп килгән Ильвина, әсәһенең күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән әҙерләгән сулпы, башлыҡта ултырған Лилиә беҙҙе ҡыуандырһа, ә инде дәрескә башҡорт милли кейемдәрендә килгән Яна, Ангелина, Анжелика, Ульяна исемле урыҫ, ук­раин ҡыҙҙарын күргәс, күңел тағы ла нығыраҡ шатланды. Егеттәр ҙә байрамса түбәтәйҙәрен кейеп ал­ған.

Ә беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Раушания Әхмәр ҡыҙы һәм мин, уҡыусыларға милли кейемдәребеҙ, Үҫәргән һәм Түңгәүер ырыуҙары башҡорттарының кейем үҙенсәлектәре хаҡында бай һәм йөкмәткеле дәрес күрһәттек. Барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы булды ул.

Был көн мәктәбебеҙҙең бөтә уҡыу­сылары һәм уҡытыусылары өсөн үҙе бер байрамға әйләнде.

Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.
Читайте нас