Улар буш ваҡыттарында икәүләп бейеү түңәрәгенә йөрөй. Үҙҙәре шундай әүҙемдәр: төрлө-төрлө конференцияларҙа ҡатнашалар, ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөп конкурстарға ебәрәләр ҙә еңеү яулайҙар. «Рауил Бикбай уҡыуҙары», «Зәйнәб Биишева уҡыуҙары» республика конференцияларында эштәре юғары баһаланды. Зөләйкә үҙенсәлекле тауыш менән матур йырҙар башҡарып, бәйгеләрҙә һынатмай.
Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер, яу килгәндә йән бирер, тигәндәй, Зөләйкә менән Зүлиә бер-береһенә уҡыу буйынса ла ярҙам итә. Ҡыйын мәлдәрҙә улар бер-береһенә терәк-таяныс, бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәйҙәр, ышаныс, ихласлыҡ был ҡыҙҙарҙың дуҫлығын нығыта.
Алты йыл буйы дуҫлыҡ һаҡлап, сер бүлешеп, бергә-бергә илһамланып, тырышып уҡыуҙарына, ысын дуҫлыҡтарына һоҡланам.
Ләйлә БАЯЗИТОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Сибай интернат-гимназияһы.