+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
22 Май 2021, 10:05

Алда көтә заман имтиханы

Иҫке Мөхәмәт мәктәбенең быйылғы сығарылыш уҡыусылары барыһы ла – «Аҡйондоҙ» интеллектуаль ижад коллективының сағыу йондоҙҙары. Улар быйыл төньяҡ-көнсығыш төбәктә үткәрелгән «Ил тарихында – ауылым яҙмышы» фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреүгә ҙур өлөш индерҙе.

Синыфта бишәү генәләр. Бөтәһе лә – волейболсылар. Азамат Фәхретдинов – төбәк-ара ярыштарҙа «Иң шәп һөжүм итеүсе» номинацияһы еңеүсеһе.

Ансаф Низамов эҙләнеү эше менән шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың республика этабында – I дәрәжәле дипломант булып, Бөтә Рәсәй турында ла ҡатнашҡан.

Шахматсы Эльза Әсәҙуллина – Йүкәлекүлдән. Ул биология фәненән район олимпиадаһында еңеү яулап, яҙ көнө республика бәйгеһендә Ҡыйғы районы намыҫын яҡлаған. Ә Гөлназ Мөхәмәтйәнова Иҫке Мөхәмәткә Яуындан йөрөп уҡый. Уның атаһының бер туған ағаһы Хәлил Мөхәмәтйәнов Афған­стан­да интернациональ бурысын үтә­гән­дә һәләк булған икән. Гөлназ афғансылар тураһындағы эҙлә­неү эше менән Бөтә Рәсәй кимәлендә­ге конкурста ҡатнашҡан. Өфөлә бүләкләү тантанаһына ла саҡырыла.

«Аҡйондоҙ» интеллектуаль ижад коллективында әүҙем шөғөлләнеүсе, оҫта ҡурайсы Сәлимйән Яруллин ошо көндәрҙә Малаяҙҙа үткәрелгән «Салауат батыры – 2021» бәйгеһендә I урын алып ҡыуанған. Ғөмүмән, мәктәп йылдарында «Башҡорт­остан ынйылары», «Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурс­тары лауреаты ла була.

– Синыфымдағы уҡыусылар шул тиклем тәртипле, әүҙемдәр, бер­ҙәмдәр. Улар менән айырылышыу ҡыйын булыр инде, – ти синыф етәкселәре Сәриә Сәлим ҡыҙы Яруллина.

Аҡ юл һәм уңыштар һеҙгә, сығарылыш синыфы уҡыусылары!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Ҡыйғы районы.
Читайте нас: