+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
6 Июнь 2021, 18:55

Һаумы, йәйге каникул көндәре!

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интҽрнат-гимназияһы уҡыусыларының йәйге каникулы бик күңелле башланып китте. Мәҫәлән: VI "Б" синыфы уҡыусылары ғафуриҙарҙың ғорурлығы булған Еҙем йылғаһы буйына ял-сәйәхәткә барған.

Толпар ауылы янында булғандар. Балалар тәбиғәт ҡосағында һыуҙа йөҙөп, футбол, волейбол уйнап, рәхәтләнеп ял иткән. Афарин! Балаларҙың барыһына ла бик ныҡ оҡшаған.
– Ошо матур ялды ойошторған белем усағыбыҙҙың директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға, директорҙың ярҙамсыһы Альбина Әҙеһәм ҡыҙына һәм уларҙы автобуста алып барыусы-шофёр ағалары Руслан Ғәлиевкә ҙур рәхмәтлебеҙ, – тип яҙа ата-әсәйҙәре.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: