-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
21 Август 2021, 14:00

"Балаларҙы ҡабул итергә әҙербеҙ"

Уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды.

"Балаларҙы ҡабул итергә әҙербеҙ"
"Балаларҙы ҡабул итергә әҙербеҙ"

Оҙаҡламай тып-тын торған белем усаҡтары шау-гөр килеп, уҡыусылар тауышына күмелер.
Күгәрсен районы Мораҡ башҡорт гимназияһы балаларҙы ҡабул итергә әҙерме? Ниндәй эштәр алып барылған? Милли белем усағында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Был хаҡта гимназия директоры Фәйрүзә Азамат ҡыҙы Ибраһимованан һораштыҡ.

– Косметик ремонт үткәрҙек, гимназиябыҙ, интернатыбыҙ ҙа балалар­ҙы ҡабул итергә әҙер. Филиалдарыбыҙ – Әлмәс, Нуҡай, Бикбулат мәктәптәрендә лә эштәр тамамланды. 1993 йылда төҙөлгән Әлмәс мәктәбенең спорт залына бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмаған, төҙөкләндереүгә мохтаж ине. Бындағы эштәр «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проектына ярашлы башҡарылды, – ти белем усағы етәксеһе.
Ә яңы уҡыу йылынан Мораҡ башҡорт гимназияһында 712 бала уҡыясаҡ, тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына 75 бала аяҡ баҫасаҡ. Филиалдарында иһә 120 ҡыҙ һәм малай белем алырға йыйына, шуларҙың 13-ө – беренсе синыфҡа килеүселәр. Интернатта 100-гә яҡын бала йәшәүе көтөлә. Уларҙы дүшәмбе иртән автобус барып алып, шәмбе кире ауылдарына илтеп ҡуясаҡ.
Фәйрүзә Азамат ҡыҙы әйтеүенсә, балаларға уҡыу һәм белемдәрен үҫтереү өсөн гимназияла барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Милли белем усағы булараҡ, «Районыбыҙҙың күренекле шәхестәре», «Башҡорт фольклоры» түңәрәктәре эшләп килә. Спорт мәктәбе менән дә әүҙем эш алып барыла.
– Гимназиябыҙҙа «Ҡанатлан!» мәктәп проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул бер нисә модулдән тора. Унынсы синыфтарға «Шахмат уйнарға өйрән», «Спорт менән дуҫлаш», «Интерактив башҡорт теле», «Ирекле һөйләш», «Сәләмәт йылмайыу» тигән өҫтәмә белем биреү модулдәренән торған кейс тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы үҙләштергән ун беренселәр уҡыу йылы буйына «Бейе!», «Руль артына ултыр», «Интер­актив башҡорт теле», «Ирекле һөйләш» тигәндәрен өйрәнә.
«Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проекты тормошҡа ашырылыуы киң күләмле спортты үҫтерергә, спорт төрө буйынса махсуслашыуҙа ярҙам итергә мөмкинлек бирә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай. «Һанлы белем биреү мөхите» федераль проекты буйынса ике информатика кабинеты йыһазландырылыуы ла мөмкинлектәр аса, – ти гимназия директоры.
Әлбиттә, уҡыусыларҙы конкурс, олимпиадаларға юғары кимәлдә әҙерләгән, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар ҙа етерлек бында. Фәйрүзә Азамат ҡыҙы Зилә Мәхмүт ҡыҙы Псянчина, Альбина Хәмзә ҡыҙы Арыҫланбаева, Әлиә Хәлил ҡыҙы Ғәббәсова, Руфина Юлай ҡыҙы Азаматоваларҙы бик маҡтап телгә алды. Яңы уҡыу йылынан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса химия уҡытыусыһы Сөмбөл Миҙхәт ҡыҙы Аҙнабаева эш башлаясаҡ.
Уҙған уҡыу йылында, яңыраҡ уңыштары менән һөйөндөргән уҡыусылар исемен дә атап үтте. Сығарылыш синыф уҡыусыһы Илүзә Иҙрисова баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призёр булған, «Ҡош юлы. Балалар» телевизион конкурсы финалына сығып, диплом, сертификат, махсус номинацияла приз менән бүләкләнгән. Элина Диниева Ижевскиҙа бокс буйынса үткән Волга буйы федераль округы беренселегендә чемпион исемен яулаған. Илгиз Сәйфетдинов мәғлүмәти технологиялар буйынса республика конкурсында «Йәш композитор» номинацияһында еңеүсе булып ҡыуанған. Күптән түгел генә гимназия уҡыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сән­ғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Әйшә Йыһаншина Санкт-Петербургта балалар һәм үҫмерҙәр араһында йәйге йырсылар ассамблеяһында моңло тауышы менән һоҡландырып, Гран-при эйәһе булған.
– Хәҙерге заман яңыса уҡытыу, өҫтәмә белем биреүҙе талап итә. Шуға яңы уйҙар, маҡсаттар менән йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙә мәктәп телевидениеһын асыу, «Үҫеш нөктәһе» булдырырға ла ниәтләп торабыҙ. Улар иһә балалар­ҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итәсәк, – тип киләсәккә пландары менән дә бүлеште Фәйрүзә Азамат ҡыҙы.
Яңы уҡыу йылын шулай яҡшы кәйефтә, күтәренке рухта ҡаршылай мораҡтар, уҡыусыларҙың белем үрҙәренә артылғанда тырыш булыуҙарын, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйек.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Күгәрсен районы.

"Балаларҙы ҡабул итергә әҙербеҙ"
"Балаларҙы ҡабул итергә әҙербеҙ"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: