+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
3 Сентябрь 2021, 12:45

Һаумы, мәктәп, белем усағы, һағынып килдек һиңә беҙ тағы!

Сентябрҙең төп байрамы – Белем көнө лә етте.

Һаумы, мәктәп, белем усағы, һағынып килдек һиңә беҙ тағы!
Һаумы, мәктәп, белем усағы, һағынып килдек һиңә беҙ тағы!

Мәктәптәр шау-гөр килде. Ҡулдарына матур-матур сәскә гөлләмәләре тотҡан ҡыҙҙар, малайҙар, уҡытыусылар, ата-әсәләр тантанаға йыйылды. Был көндө һәр кемдең йөҙө йылмайған ҡояш кеүек ине.

– Беҙ ҙә яңы уҡыу йылын яҡшы кәйеф менән ҡаршыланыҡ, – ти Баймаҡ интернат-лицейының директоры Иҙел Данил улы Әбүбәкиров. – Уҡыуҙан да, эштән дә һынатҡан юҡ. Беҙҙең интернат-лицей, милли белем усағы булараҡ, хал­ҡыбыҙҙың традицияларына тоғро ҡала, туған телен яратҡан, тыу­ған еренең киләсәген уйлаған, рухлы, сәмле, алдынғы ҡарашлы улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләйбеҙ.
Аллаға шөкөр, уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып ҡына тора. Шуға ла лицейыбыҙҙың киләсәге өмөтлө, тип икеләнмәйенсә әйтә алабыҙ.
Осороп ебәргән ҡошсоҡтарыбыҙ урынын быйылғы уҡыу йылында яңы уҡырға килгән бишенселәребеҙ тулыландырҙы. Улар бөтәһе – 50 уҡыусы, беҙ быға бик шатбыҙ! Был балалар ҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтерҙәр әле, тип ышанабыҙ.
Белем көнө менән, дуҫтар! Барығыҙға ла һаулыҡ, күтәренке кәйеф һәм уңыштар теләйбеҙ!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: