+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
11 Сентябрь 2021, 17:50

Милли кейемендәге дәрес

Халҡыбыҙҙың милли кейемендә данлыҡлы тарихыбыҙ, булмышыбыҙ, рухиәтебеҙ, йәшәйешебеҙ сағыла. Бына Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусылары ла Милли кейем көнөн матур билдәләне.   Синыф етәкселәре Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова  бай йөкмәткеле синыф сәғәте уҙғарҙы. Уҡыусыларға  милли кейемендә уҙғарыу уҡыу ныҡ оҡшаған.

Милли кейемендәге дәрес
Милли кейемендәге дәрес

 – Тамаша залында Башҡортостан Республикаһының Милли музейына вертуаль сәйәхәт бик күңелле үтте. Балалар милли кейемдәр тураһында бай мәғлүмәт тупланы. Оҫталыҡ дәресендә заманса кейемдәргә башҡорт биҙәктәрен эшләргә өйрәнде,– тип һөйләй Розалиә Әхмәт ҡыҙы.

Афариндар, дүртенселәр!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: