+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
4 Декабрь 2021, 13:50

Беҙгә синыф етәксебеҙ өлгө!

Бала саҡта ниндәйҙер яҡшы һәм иҫтәлекле хәтирәләр ҡалдырырлыҡ мәлдәр күп булырға тейештер, минеңсә. Иғтибар итһәгеҙ, өлкәндәр йыш ҡына матур үткән мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп һөйләй.

Беҙгә синыф етәксебеҙ өлгө!
Беҙгә синыф етәксебеҙ өлгө!

Әлеге көн уҡыусыларының хәтерендә был йылдар нисек һаҡланыр һуң? Башҡалар өсөн яуап бирмәйенсә, ә бына беҙҙең VII «Б» синыфы өсөн ул тик ыңғай тәь­ҫораттар ғына ҡалдырыр, тип ышанып ҡалабыҙ.

Бөгөнгө ауыр шарттарҙа уҡыр­ға тура килһә лә, беҙ бер ҙә генә биреш­мәй­беҙ, юғалып ҡалмайбыҙ. Заман талап­тарына яраҡлашып, ойошторолған бөтә са­раларҙа әүҙемлек күрһәтәбеҙ. Берәй бәй­ге бул­һынмы ул, ярыш, викторинамы – һәр ваҡыт әҙербеҙ. Һәр саҡ үҙебеҙҙең ге­нә тү­гел, синыфташтарыбыҙҙың да еңеүҙәренә шатланабыҙ. Ә уңыштарыбыҙ бихисап.
Һәр уҡыусы үҙ һәләте менән билдәле. Беҙҙең Фидан «Робототехника» түңәрәгенә йөрөй һәм ҡалала ғына түгел, ә республика күләмендә ойошторолған ярыштарҙа ла призлы урындар яулай. Зөлхизәбеҙ – уҡыу алдынғыһы, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша. Үҙе матур итеп бейей һәм шиғыр һөйләү оҫтаһы булып та танылды, һәр конкурста әүҙемлек күрһәтә. Элина шиғыр ятларға ярата, шиғыр бәйгеләренән ситтә ҡалмай. Диана менән Гүзәл матур һүрәт төшөрә һәм һәр ваҡыт еңеүселәр сафындалар. Фәнзил йөҙөү менән мауыға. Был спорт төрө буйынса бик күп грамоталар менән бүләкләнде. Азамат менән Айтуған шашка-шахматты үҙ итһә, Ильяс спорттың күп төрҙәрен ярата. Искәндәр, Нурания, Айзиләләр төрлө олимпиадаларҙа һынатмай. Ә Ринат – беҙҙең киң күңелле, ышаныслы егетебеҙ. Мин үҙем дә бик күп конкурстарҙа ҡатнашам һәм призлы урындар яулайым. Бейеү, йыр түңәрәгенә йөрөйөм, буш ваҡыттарымда шиғырҙар яҙам, һүрәт төшөрәм.
Ошо уңыштарыбыҙ өсөн беҙ үҙебеҙҙең атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ, әлбиттә. Ә бына көс һәм дәртте синыф етәксебеҙ Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина өҫтәй. Ул үҙе лә, уҡыусылары ла бик күп бәйгеләрҙә ҡатнаша һәм еңеү яулай. Беҙ­ҙе һәр ҡайҙа ла әүҙем, өлгөр булырға са­ҡыра, ярҙам итә, кәңәштәр бирә. Синыф етәксебеҙҙән өлгө алабыҙ. Әйткәндәй, ундай уҡытыусылар беҙҙең лицейыбыҙҙа бихисап! Улар менән дә ғорурланабыҙ.

Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: