+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
10 Февраль 2022, 10:05

Беҙҙә лә бар тимурсылар

Синыфыбыҙ менән бөтә ерҙә лә әүҙем, өлгөрбөҙ һәм йыш ҡына тимурсылар командаһы булып ололарға ярҙам итергә лә йө­рөйбөҙ. Оло инәй-олатайҙарға бер ҡосаҡ утын индереп бирһәң дә ныҡ ҡыуаналар. Улар шатлан­һа, беҙ­ҙең дә күңел күтәрелеп ки­тә.

Беҙҙә лә бар тимурсылар
Беҙҙә лә бар тимурсылар

Яңыраҡ беҙ, һигеҙенселәр, оҙаҡ йылдар мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән уҡыт­ҡан, мәктәбебеҙ­ҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейының етәксеһе булып эшләгән Миңзәлә Фәт­ҡуллина инәйгә ярҙам итергә барҙыҡ. Ул беҙҙе ихлас ҡаршы ал­ды.
Алтынай Ҡасимова менән Гүзәл Сәйфетдинова барып ингәс тә ҡулдарына көрәк алып, ҡапҡа эсендәге һәм тышындағы ҡарҙы көрәй башланы. Буранбай Дауытов менән Шайморат Ғөбәйҙуллин санаға утын тейәргә тотондо. Эш дәррәү барҙы. Динис Ғәбиҙуллин, Батырйән Хурамшин, Азалиә Хисаметдиновалар сылбыр кеүек теҙелеп, утынды бер урынға ташыһа, ә Айгөл Зәйнишева менән Лиана Мәхмүтова матур итеп өйөп ҡуйҙы.
Боронғолар юҡҡа ғына: «Күмәкләгән яу ҡайтарған», – тип әйтмәгән. Эшебеҙ ырамлы бар­ҙы. Бер арба утынды «һә» тигәнсе өйөп, инәйҙең ишек алдын, ҡапҡа эргәһен ҡарҙан таҙартып ҡайтып киттек. Миңзәлә инәй беҙгә рәхмәттәрен әйтеп, матур теләктәрен теләп оҙатып ҡалды. Уның йөҙө ҡояштай балҡый ине.

Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт мәктәбе.

 

Беҙҙә лә бар тимурсылар
Беҙҙә лә бар тимурсылар
Беҙҙә лә бар тимурсылар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: