+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
23 Февраль 2022, 06:36

Инсафҡа етеп ҡара!

IV синыфтан Инсаф Нәбиуллин – Мәсетле районы Яңы Яуыш мәктәбендә яҡшы уҡыуы, әүҙемлеге менән айырылып торған уҡыусыларҙың береһе.

Инсафҡа етеп ҡара!
Инсафҡа етеп ҡара!

Алты йәштән генә уҡырға төшкән ул. Синыфтарында – 11 бала, тырыштар, татыуҙар.Инсафтың яратҡан дәрестәре – математика һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъя.Тасуири итеп шығырҙар ятларға әүәҫ. Ошо йүнәлештә әллә күпме конкурста ҡатнашҡан. Быйыл «Салауат рухы – беҙҙең йөрәктәрҙә» тигән төбәк бәйгеһендә «Яу» шиғырын ятлап, II урынға лайыҡ булған. “Бабич һүҙе” республика видеояҙмалар конкурсында III урын алған. Бөйөк Еңеүгә арналған флешмобтарҙа ла ҡатнашҡан, райондарында призерҙар исемлегенә ингән. Юл ҡағиҙәләренә арналған ижади конкурста – төбәк буйынса еңеүсе.

Башҡорт теле көнө айҡанлы үткән сараларҙа ла ҡатнашмай ҡалмай. Бына шундай төрлө яҡлап һәләтле, әүҙем малай ул.

  – Инсаф спортты ла ярата. Көрәш секцияһына йөрөй. Ҡыйғы, Салауат,Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай райондары араһында уҙған төбәк ярышында үҙ тиҫтерҙәре араһында I урын алды, – ти уҡытыусыһы Фаилә Мирсаяф ҡыҙы Нәбиуллина. Бынан тыш футбол да уйнай икән Инсаф. «Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы» тигән исемде алған.

Ата-әсәһе һәм биш йәшлек һеңлеһе Айгөл менән «Яңы йыл ғаилә уйындары» ярышында районда еңеүсе булғандар. Әйткәндәй, Айгөл дә ағаһы кеүек тасуири итеп шиғырҙар һөйләргә ярата. Шағирә Гүзәл Ситдиҡова ойошторған конкурста, «Аҡбуҙат» журналы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап үткәргән бәйгелә ҡатнашҡан.

Инсаф яңыраҡ ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнә башлаған, атаһы ярҙамында үҙенә ҡурай эшләп алған. Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле, тиҙәр бит. Бында, әлбиттә, балаларына дөрөҫ йүнәлеш биреп, дәртләндереп,төрлө сараларҙа ҡатнашырға ярҙам итеп торған ата-әсәһе лә маҡтауға лайыҡ. Республикабыҙҙа ошондай ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: