+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
3 Апрель 2022, 11:50

Уҡ осошондай ғүмер балҡышы

Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов иҫтәлегенә арналған байрам саралары дауам итә. Беҙҙең уның исемен йөрөткән гимназиябыҙҙа ла 23 март көнө хәтер һәм хөрмәт кисәһе үткәрелде.

Уҡ осошондай ғүмер балҡышы
Уҡ осошондай ғүмер балҡышы

Ул Рәми Ғариповтың шиғырҙарына, көндәлектәренә нигеҙләнде. Шуға ла бик эстәлекле һәм фәһемле булды. Тамаша сағыу концерт номерҙары менән биҙәлде. Гимназияның йөҙөк ҡашы бул­ған «Аҡйондоҙ» бейеү, «Ынйылар» йыр ансамблдәре, «Аманат» этнофольклор төркөмө сығыштары халыҡ шағирының яҡты рухына бағышланды. Х «Е» синыфынан Илназ Исхаҡовтың Рәми образын оҫта сағылдырыуы, ролде бөтә күңеле менән бирелеп уйнауы һәр кемде һоҡландырғандыр, моғайын.
Йолабыҙға тоғро ҡалып, быйыл да иң әүҙем, иң алдынғы уҡыусыларға, уҡытыусыларға Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырылды. Гимназиябыҙҙан был юлы XI синыфтан Арыҫлан Нияз­ғолов, Илүзә Янбаева, Гөлсинә Йомағужинаға һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышеваға бирелде ул. Шулай уҡ был бүләкте элекке сығарылыш уҡыусыларыбыҙ – һөнәри ауырыуҙар институты директоры, медицина фәндәре докторы, профессор, академик Әхәт Барый улы Бәкеров менән Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев алып һөйөндө.
Хәтер һәм хөрмәт байрамы шундай матур уҙҙы. Әйтерһең дә, залда ултырған барлыҡ тамашасы яратҡан шағирының йөрәк тибешен тойҙо. Һәр кем уның ябай булмаған, әммә сағыу яҙмышына, ижадына һоҡланғандыр әле. Рәми рухы һәммәбеҙгә лә ҡанат ҡуйҙы. Танылған шағир белем алған гимназияла уҡыуыбыҙ менән беҙ бик бәхетлебеҙ. Кисә аҙағында яңғыраған бөйөк «Туған тел» шиғырына яҙылған йырҙы күмәкләп башҡарғанда оло ғорурлыҡ хистәрен кисерҙек.

Сара ИСТӘКОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Уҡ осошондай ғүмер балҡышы
Уҡ осошондай ғүмер балҡышы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: