+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
9 Апрель 2022, 10:25

Рәхәтләнеп ял иттеләр

Мәктәбебеҙҙә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн яҙғы лагерь ойошторолдо.

Рәхәтләнеп ял иттеләр
Рәхәтләнеп ял иттеләр

Барлығы 120 ҡыҙ һәм малайға 5 көн эсендә яңы уйындар өйрәнеп уйнау, мауыҡтырғыс, мажаралы хикәйәләр тыңлау бик оҡшаны.
Мәктәп ашнаҡсылары бәләкәстәрҙе көн һайын тәмле аштар менән һыйланы. Ә лагерь начальнигы Лада Вячеславовна төрлө урындарға сәйәхәт ойоштороуҙы ла хәстәрләгән.
Ял итеүселәр музейҙа, театрҙарҙа, лимонарийҙа булып, күпте күреп, белеп ҡайтты. Быларҙың барыһы өсөн дә ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтеп, балалар шатланышып өйҙәренә таралды.

Сәриә ИШКИНИНА, 3-сө отряд вожатыйы.
Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: