+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
16 Апрель 2022, 10:15

Урмансылар байрамына йыйылдыҡ

Халыҡ-ара урмандар көнө донъяның барлыҡ илдәрендә 2013 йылдан башлап билдәләнә. Шул айҡанлы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы бөтә дәүләттәрҙе урмандарҙы һаҡлау буйынса тейешле саралар күрергә өндәй. Шулар­ҙың иң мөһиме – ағас ултыртыу.

Урмансылар байрамына йыйылдыҡ
Урмансылар байрамына йыйылдыҡ

Беҙҙең мәктәптең «Йәш урмансылар»ы ла был иҫтәлекле көндө көтөп алды. Байрамға ныҡлап әҙерләндек. Йомаштан «Ҡайынҡай» мәктәп урмансылығы ағзалары һәм абруйлы ҡунаҡтар – Юлыҡ урман хужалығынан Дамир Ғәбделрәсүл улы Байсыуаҡов менән Юнир Фәрғәт улы Йосопов, Икенсе Этҡол урман хужалығынан Кәрим Әкрәм улы Яйыҡбаевтар саҡырылды.
Алтынай Азаматова, Әминә Моталлапова һәм мин мәктәбебеҙ тирәләй үҫкән ағастар­ҙың тарихы, уларҙы кем ул­тырт­ҡаны менән таныштырғас, тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар төрлө экспонаттар менән ҡыҙыҡһынып, экскурсоводтар Азалиә Миңғәлиеваға, Әҙилә Азаматоваға, Зөлхизә Моталлаповаға һәм уларҙың етәксеһе Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы Ғүмәроваға оло рәхмәтен еткерҙе.
Байрам кисәһе КВН формаһындағы «Урман һуҡмаҡтары буйлап...» уйыны менән дауам итте. «Ҡайынҡай» һәм «Йәш урмансылар» командалары көс һынашты. Уларҙың сығышын көйәрмәндәр күҙәтеп кенә ҡалманы, үҙҙәре лә йомаҡтарға яуап эҙләне.
Шунан инде «Урмандарҙы һаҡлайыҡ!» һүрәттәр һәм шиғырҙар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Еңеүселәргә мәктәбебеҙ директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы Моталлапова Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Кисәлә үҙ эштәренең оҫталары Наип Әхмәтдин улы Бай­йегетов һәм Роза Сәлихйән ҡыҙы ҡатнашты. Улар эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, беҙгә кәңәштәрен дә әйтте.
Был матур осрашыу күңелле сәй табыны менән тамамланды. Ошондай матур йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс кисә өсөн етәксебеҙ Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматоваға рәхмәт әйтәбеҙ.

Гөлкәй ВӘЛИТОВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Беренсе Этҡол мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: