+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
19 Апрель 2022, 16:10

Яҙғы каникулды - "Йәйләү"ҙә

Һәр кем каникулын үҙенсә үткәрә. Ә Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының VII – VIII cиныф уҡыусылары «Йәйләү» лагерында ял итте.

Яҙғы каникулды - "Йәйләү"ҙә
Яҙғы каникулды - "Йәйләү"ҙә

– Балаларҙың һәр көндәре ҡыҙыҡлы һәм файҙалы уҙҙы. Мәҫәлән, тарих уҡытыусыһы Иралия Ғаззали ҡыҙы Шәрәфетдинова ойоштор­ған сара Бөйөк Еңеүгә арналды. Ә гимназия психологы Ләйсән Радис ҡыҙы Сәр­үәрова «Ямғыр балалары» тигән синыф сәғәте үткәрҙе. Шулай ҙа иң иҫтәлеклеһе Назар Нәжмиҙең йорт-музейына экскурсия булғандыр. Бөйөк ша­ғир­ҙың Миңештеләге өйөн күреп, ижади мөхиткә сумып, илһамланып ҡайтты балалар. Назар ағай атлаған һуҡмаҡтан йөрөү, уның ҡойоһонан һыу эсеү һәм яратып уйнаған гармунын тотоп ҡарау үҙе бер онотолмаҫ мәл ине, – тип һөйләне Гөлназ Шамил ҡыҙы Абдуллина.
Бына шулай «Йәйләү»ҙә матур ял итеп, көс йыйып, дүртенсе сиректе яҡшы кәйеф менән башлап ебәрҙе гимназия уҡыусылары.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Яҙғы каникулды - "Йәйләү"ҙә
Яҙғы каникулды - "Йәйләү"ҙә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: