+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
4 Май 2022, 11:50

Ябайлыҡта - бөйөклөк

Ябай ҙа ул, яғымлы ла, тырыш та, һоҡланғыс та. Был һыҙаттар тел һағында баҫып тороусы, илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр тәрбиәләүсе уҡытыусыбыҙға хас.

Ябайлыҡта - бөйөклөк
Ябайлыҡта - бөйөклөк

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022» бәйгеһендә ҡатнашҡан 75 уҡытыусы араһынан иң көслө унау иҫәбендә финалға үтеүсе синыф етәксебеҙ Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина-Иҫәнбаева менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған был ярышта уңышлы сығыш яһап, «Хәҡиҡәт – Ватанымда» номинацияһында еңеү яулап ҡайтты. Бөтә республика уҡытыусылары алдында үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ысынлап та, Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы бик әүҙем һәм тырыш. Үҙенең эш дәүерендә «Тел яҙмышы – халыҡ яҙмышы» методик ҡулланмаһын, «Хәтер тере – хәтер мәңгелек» шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығарыуға өлгәште. Бының менән генә туҡтап ҡалырға уйламай. Әлеге көндә уҡыусыларының ижадын, әллә нисә йылдар эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә тупланған ерле материал­ға бәйле белешмәләрен китап итеп сығарыу өҫтөндә лә эшләй. Үҙе артынан балаларҙы ла эйәртә. Ижад менән янып йәшәгән уҡытыусы үҙ уҡыусыларында ижадҡа ғына түгел, телгә, илгә, халыҡҡа, тарихҡа һәм мәҙәниәткә ҡарата һөйөү уята.
Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙының һәр дәресе – ул милли рух тәрбиәләгән тормош дәресе. Ул балаларҙы эш төрлөлөгө менән йәлеп итә, ҡыҙыҡһындыра. Башҡорт теле дәресен заманлаштыра, тип әйтһәк тә бер ҙә яңылыш булмаҫ.
Үҙенең ябайлығы менән бөйөк булған уҡытыусыбыҙ менән һоҡланабыҙ, киләсәктә тик уңыштар, яңы үрҙәр генә теләп ҡалабыҙ.


VII «Б» синыфы уҡыусылары һәм атай-әсәйҙәре.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: