+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
2 Июнь 2022, 11:30

Ишҡолда - балалар һабантуйы

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбендә лә балалар һабантуйы үтте.

Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы

Барлыҡ уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр Ҡарантау итәгендәге йәмле тәбиғәт ҡосағына йыйылды.Унда тоҡ кейеп ярышыу, "ат" сабыштырыу, арҡан тартышыу, йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып  йүгереү кеүек төрлө уйындар, шулай уҡ лапта, футбол, хатта гер күтәреү буйынса спорт бәйгеләре лә үткәрелде. Ҡыҙҙар,малайҙар уйындарҙа, ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, мәктәп етәкселеге тарафынан әҙерләнгән приздар - тәмлекәстәр алып ҡыуанды.
Иң-иңдәрҙе бүләкләгәс, балалар тәмле бутҡа, сәй һәм күстәнәстәр менән һыйланды.
 Матур байрам ойошторған мәктәп директоры Азат Рәфҡәт улы Мәхийәновҡа, уйын-ярыштарҙы үткәргән барлыҡ уҡытыусыларға, тәмле бутҡа, сәй менән һыйлаған мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Йәйге каникулығыҙ шулай күңелле, файҙалы һәм имен-аман ғына үтһен, балалар!

Динара ӘБҮЗӘРОВА, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.

Әбйәлил районы, Ишҡол мәктәбе.

 

Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы
Ишҡолда - балалар һабантуйы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: