+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
13 Июль 2022, 14:45

Төрөмбәттәр – мәктәп баҡсаһында

Йәй. Әле бигерәк һауа торошо матур тора. Көндәр эҫе. Балалар рәхәтләнеп йылға, күлдәрҙә һыу инә, ҡырҙа еләктәр беште... Ҡыҫҡаһы, уҡыусыларҙың йәйге каникулының иң сағыу һәм иң матур көндәре! Бына Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең III– IV cиныф уҡыусылары ла маҡтауға лайыҡ.

Төрөмбәттәр – мәктәп баҡсаһында
Төрөмбәттәр – мәктәп баҡсаһында

Улар мәктәп баҡсаһындағы йәшелсә-емешкә һыу ҡойорға, сүп-үләндән таҙартырға эшкә йөрөйҙәр.

 – Мәктәп яны баҡсаһында һәр йыл уҡыусыларҙың йәйге хеҙмәт сиреге үтә. III синыфтан – Эльмира Вәлиева, Ренар Ибраҡов, Данил Йәрмөхәмәтов, IV синыфтан Илназ Абдуллин, Фирүзә Ильясова, Рузилә Насретдинова, Камилла Йәрмөхәмәтова бик тырышып эшләйҙәр. Улар түтәлдәргә һыу һибә, утай. Кишерҙе һирәкләргә өйрәнделәр. Эш вакыты тамамланғас, бергәләшеп сәй эсеп, төрлө уйындар уйнап алалар. Бына шулай файҙалы ла, күңелле лә үтә уларҙың йәйге каникулы,  – ти башланғыс синыф уҡытыусыһы Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы Ильясова.

Афариндар!

 

Төрөмбәттәр – мәктәп баҡсаһында
Төрөмбәттәр – мәктәп баҡсаһында
Төрөмбәттәр – мәктәп баҡсаһында
Төрөмбәттәр – мәктәп баҡсаһында
Төрөмбәттәр – мәктәп баҡсаһында
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: