-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
1 Сентябрь 2022, 09:40

Белем көнө менән!

МӘКТӘП ЮЛЫЕрҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә -Был донъяла юлдар тулы.Тик барынан яҡыныраҡ,Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы. Бына тағы еҙ ҡыңғырауИртүк сыңлап һөрән һала.Ошо юлдан тағы атлай,Сәскә тотоп, күпме бала?!Сәскә төҫлө яҡты ғүмерҺәр бер әсә теләп ҡала.

Белем көнө менән!
Белем көнө менән!

Сәскәләй саф уйҙар менән
Уҡытыусы ҡаршы ала.
Ер аҫтында, ер өҫтөндә
Күпме юлдар – таҫма һымаҡ,
Диңгеҙҙәрҙе ярып үтә,
Йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ.
Башлана һуң улар ҡайҙан?
Улар башы – мәктәп юлы,
Ул – тынғыһыҙ белем юлы.
Һәр кем изге күрә уны.
       Сафуан Әлибаев.

Фото "Йәншишмә" гәзитенән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: