+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
18 Сентябрь 2022, 13:15

Беҙҙә – "Көҙгө йәрминкә"

Байрамда бар мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм күрше өйҙәрҙә йәшәүселәр ҡатнашты. Иң мөһиме,  ата-әсәйҙәр балалары менән бергә тороп, ихлас тәмлекәстәрен һатышыуы ине. Көҙгө уңыштар ҡуйылған төрлө ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо.

Беҙҙә – "Көҙгө йәрминкә"
Беҙҙә – "Көҙгө йәрминкә"

– Бөгөн 5000 һумлыҡ былау һаттым, – тип ҡәнәғәт йылмая, таджик ҡыҙы Омина Мусоева.

– Мин дә ҡалышмайым, – ти пицца һатыусы Семён Нефёдов.

Йәрминкәлә 600 – 800 һумлап аҡса  эшләгән  II "В" синыфы уҡыусылары маҡтауға лайыҡ. Бына улар – Айҙар Аҡбашев, Салауат Нафиҡов, Семён Гавриков, Радмир Хәмәтйәнов, Асҡар Насиров, Арыҫлан Хакмедов. Шулай уҡ ата-әсәйҙәре лә маладис. Барыһы ла ихлас ҡатнаштылар.

Был көндө мәктәп алды  балаларҙың шат тауышынан  гөрләп торҙо.  Уҡыусыларҙың үҙҙәренә тәмлекәстәр һатып алып, йүгерешеп йөрөүҙәре – үҙе бер ҡыуаныслы тамаша ине.

Барыһы ла был байрамды ойошторған мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ирина Шамил ҡыҙына ҙур рәхмәттәр әйтеп, шатлана-шатлана ризыҡтар күтәреп өйҙәренә ашыҡты.

Сәриә Ишкинина,

башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы,

 119-сы мәктәбе.

 Фото: Сәриә Ишкинина.

Беҙҙә – "Көҙгө йәрминкә"
Беҙҙә – "Көҙгө йәрминкә"
Беҙҙә – "Көҙгө йәрминкә"
Беҙҙә – "Көҙгө йәрминкә"
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: