+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
19 Сентябрь 2022, 09:45

Аҙнабыҙ гимн башҡарып, флаг күтәреүҙән башлана

Республикабыҙҙа һәр яңы уҡыу аҙнаһы дәүләт флагтарын күтәреүҙән башлана. Был яңылыҡҡа ихлас ҡыуандыҡ. Беҙҙең мәктәптә дежур синыф флаг күтәрә.

Аҙнабыҙ гимн башҡарып, флаг күтәреүҙән башлана
Аҙнабыҙ гимн башҡарып, флаг күтәреүҙән башлана

Уҙған аҙнала был хоҡуҡ унынсынан Вадим Буранбаев, Батыр Ишбулатов, Рушан Тулыбаевҡа бирелде. Улар өсөһө лә – уҡыу алдынғылары, мәктәптең шәп спорт­сылары. Район, республика һәм Рәсәй флагтарын гимн йырлап, тантаналы рәүештә күтәрәбеҙ. Был һәр беребеҙҙә илһөйәрлек тойғоһо һәм дәүләт символдарына ҡарата хөрмәт тәрбиәләй.
Йәнә бер яңылыҡ. Хәҙер Рәсәйҙең бар мәктәптәрендә уҡыу аҙнаһы «Мөһим темаға һөйләшеү» исемле синыф сәғәттәре менән башлана. Улар бөгөнгө заман уҡыусыһын ҡыҙыҡһын­дыр­ған темаларға бағышлана. Дәрестәр әхлаҡи-эстетик, патриотик рух, экологик, юғары гражданлыҡ сифаттарын тәрбиәләү темалары буйынса үтә.
Мин унынсыла уҡыйым. Синыф етәксебеҙ Рәсимә Рауил ҡы­ҙы Баязитова «Рәсәй – беҙҙең мөмкинлектәр иле» темаһына йәнле һөйләшеү үткәрҙе. Унда беҙ дуҫлыҡ, киләсәктәге беҙҙең мөмкинлектәр һәм үҫеш, олимпиадалар­ҙа нисек уңышлы сы­ғыш яһау, шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға биреү хаҡында һөйләштек.
Дәрес аҙағында һәр беребеҙ үҙенең киләсәккә ҡуйған маҡсат һәм хыялдарын белдерҙе. Синыфташтарымдың уңышлы уҡыу, юғары уҡыу йортона инеү, мәктәпте алтын миҙалға тамамлау, аҡсалы эшкә урынлашыу, яҡшы тормош иптәше табыу һәм татыу ғаилә ҡороу кеүек матур хыялдары бар икән. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырыу – күптәрҙең теләге. Уҡытыусыбыҙ мәктәптәге һәр уҡыу­сының туған телен яратыр­ға, тыу­ған ауыл, район һәм республика өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫергә тейешлеге тураһында ла әйтте. Ер йөҙөндә бер ваҡытта ла һуғыш сыҡмауы, һәр саҡ тыныслыҡ ҡына булыуы хаҡында ла һөйләштек.
Был синыф сәғәте йәнле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Алдағы дәрес ниндәй темаға булыр? Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.

Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Аҙнабыҙ гимн башҡарып, флаг күтәреүҙән башлана
Аҙнабыҙ гимн башҡарып, флаг күтәреүҙән башлана
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: