+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
22 Сентябрь 2022, 10:25

Исеме есеменә тап килһен!

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә Шайморатов исемен йөрөткән 78 яңы синыф асыла, тигән яңылыҡты оло ғорурлыҡ ме­нән ҡабул иттек. Сөнки беҙҙең интернат-гимназиябыҙ ҙа шулар иҫәбендә ине.

Исеме есеменә тап килһен!
Исеме есеменә тап килһен!

Яңы исемгә VII «Б» синыфы уҡыу­сылары лайыҡ булды. Атай-әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа гимназия етәкселегенең был тәҡдимен берҙәм тауыш менән хупланы. Бының өсөн махсус форма тектереп, «Йәш шайморатовсы» тигән күкрәк билдәһенә заказ биреп, был йүнәлештә уҡыған уҡыу­сыларға тәғәйен уҡыу программаһы ла төҙөлдө.
Махсуслаштырылған синыфта математика, физика һәм тарих дәрестәренә ҙур иғтибар бүленәсәк. Бынан тыш, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын яҡшы итеп өйрәнергә, һалдат ҡағиҙәләрен белергә тейештәр. Шулай уҡ хәрби әҙерлек тә мөһим икән. Тағы ла шайморатовсылар рухлы булырға тейеш, был йәһәттән улар ҡурай, «Мәргән уҡсы» түңәрәктәренә лә йөрөйәсәк. Тәрбиәселәре Вәзирә Борхан ҡыҙы Абдуллина йүнәлеш буйынса синыфҡа төрлө бай йөкмәткеле эш планы төҙөгән.
Ил батырҙары өлгөһөндә тәрбиә биреү өсөн төрлө осрашыуҙар үткәреү маҡсаты ла ҡуйылған. «Белемең менән уртаҡлаш» Бөтә Рәсәй акцияһы уңайынан улар Сибайҙағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина менән осрашып, бай мәғлүмәт тупланы.
– Бындай синыфтар тағы ла асылыр, – тип дәртләндерҙе интернат-гимназия директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова ла.
Илебеҙҙең киләсәге батыр рухлы, илһөйәр, телһөйәр балаларҙа, нәҡ Шайморатов синыфтарында республикабыҙҙың киләсәге үҫер, тип өмөтләнәбеҙ. Исеме есеменә тап килһен!

Альбина ФӘХРИСЛАМОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, интернат-гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: