-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
28 Сентябрь 2022, 10:10

Һеҙҙе нисек ашаталар?

Уҡыу йылы башланыу менән баланың йәшәү рәүеше лә үҙгәрә. Дөрөҫ туҡланыу көнө буйы етерлек көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф биреп кенә ҡалмай, ул – һаулыҡ нигеҙе лә. Үҫеп килеүсе организмға файҙалы аҙыҡ, сифатлы йылы аш талап ителә. Әйткәндәй, республикабыҙҙа Хөкүмәтебеҙ тарафынан уҡыусыларҙың белем усаҡтарындағы туҡланыу менюһына ҙур иғтибар бүленә.

Һеҙҙе нисек ашаталар?
Һеҙҙе нисек ашаталар?

Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицейҙа балаларҙы нисек ашаталар икән? Әйҙәгеҙ, был хаҡта тәрбиәсе Зөлфиә Сәфәр ҡыҙы Сәйфуллинанан һорайыҡ.
– Беҙҙең лицейҙа Башҡортостандың төрлө тарафтарынан 200 бала уҡый. Улар көнөнә 6 тап­ҡыр ашай. Уҡыу йортобоҙҙа күп балалы ғаиләләрҙән дә белем алыусылар бар, уларға ашау бушлай.
Лицей директоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Фердинант улы Ғәлимуллин уҡыусыларҙың туҡланыуы менән даими ҡыҙыҡһынып, көн дә тикшереп кенә тора. Етешһеҙлектәргә бер ҙә юл ҡуйылмай. Балалар ашханабыҙҙан ҡәнәғәт, маҡтай-маҡтай ашайҙар. Өҫтәлдәрҙән йәшелсә-емештәр өҙөлмәй.
Лицейҙа дөрөҫ туҡланыу буйынса аҙналыҡтар үткәрелә. Тәрбиәселәр синыф сәғәттәре ойоштора.
Әлбиттә, ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмай. Улар лицейға килеп, меню менән ҡыҙыҡһына. Бешерелгән ризыҡты тәмләп, ашап ҡарайҙар. Үҙ тәҫьораттары менән бүлешәләр. Кәрәк икән, тәҡдимдәрен, кә­ңәштәрен әйтәләр. Бына шулай беҙҙә балаларҙың туҡланыуы гел иғтибар үҙәгендә. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр юҡ.
Стәрлетамаҡтарҙы маҡтағы килә. Киләсәк быуындың һау-сәләмәт булып үҫеүҙәре өсөн тырышалар, балаларҙы тәмле, файҙалы ризыҡтар менән генә һыйлайҙар.
Ә һеҙҙә хәлдәр нисек? Ашханағыҙҙа һәйбәт ашаталармы? Беҙгә яҙып ебәрегеҙ.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Һеҙҙе нисек ашаталар?
Һеҙҙе нисек ашаталар?
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: