100 «бишле»... Өлгөрөрбөҙмө? Сөнки ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә тейешбеҙ. Етмәһә, йәйге каникулдан уҡырға яңы килгәнбеҙ, күп нәмә онотолған, хәтергә төшөрәһе бар. Шулай ҙа мин уҡыусыларыбыҙға ышанам. Улар ауырлыҡтарҙы еңергә, маҡсатына ирешергә өйрәнгән.
Тиҙ арала уҡыусыларҙың көндәлектәрен «бишле»ләр биҙәй ҙә башланы. Яҡшы билдәләр күңелдәрен ҡанатландырып ебәрҙе, сәмләнеп уҡырға тотондо кескәйҙәр. «Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу», тип бушҡа әйтмәгәндәр бит. Тырышһаң, барыһын да булдырырға мөмкин. Теләк кенә булһын.
Фәнүзә ХӘЛИТОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт мәктәбе.