+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
12 Октябрь 2022, 09:45

Гимназиябыҙ Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк

Яратҡан гимназиямда IX синыфта белем алам. Ә беҙҙә быйылғы уҡыу йылында яңылыҡтар күп кенә булды.

Гимназиябыҙ Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк
Гимназиябыҙ Рәшит Назаров исемен йөрөтәсәк

 Белем усағыбыҙға Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағирыбыҙ Рәшит Назаров исеме бирелеүе иң һөйөнөслөһө ине. Бер мин генә түгел, бөтә гимназия өсөн онотолмаҫ ваҡиға булды ул. Рәшит Назаров атайым яҡлап бабайым булғас, ғорурлыҡ та кисерҙем.
Тағы ла бер шәп яңылыҡ: хәҙер V синыф бөйөк шәхес, легендар батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтәсәк! Уларҙың сығыштары байрам линейкаһына йәм, рух өҫтәп ебәр­ҙе. Гимназиябыҙҙың директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова Белем көнөндә уҡыусыларҙы ҡотлап: «Химия, биоло­гия һәм физика фәндәре буйынса «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асыласаҡ», – тигән хәбәрҙе лә еткерҙе.
Хәҙер аҙна һайын линейкала Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын йырлап, байраҡтар күтәреү – үҙе бер матур йола. Ғорурлыҡ та был. Беҙҙең гимназияла иң беренсе булып флаг күтәреү уҡыу һәм спорт алдынғылары Тимур Ғабдуллин, Нәркәс Хәмиҙуллина, Динар Иҙрисов һәм миңә йөкмәтелгәйне. Бик тулҡынландырғыс, тарихи мәл булып иҫтә ҡалды ул.
Бына шулай яңы уҡыу йылы яҡшы хәбәрҙәр, ҙур маҡсаттар менән башланып китте. Барлыҡ уҡыусыларға яңы ижади үрҙәр теләйем.
Илебеҙ тыныс булып, һәр саҡ мәктәптәр шат тауыштар менән гөрләп кенә торһон.


Лиана ЙӘЛИЛОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: