+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
13 Октябрь 2022, 09:25

Районда иң тәүгеһе булып

Хәҙер Ҡыйғыла ла бар шайморатовсылар синыфы. Районда иң тәүгеһе булып Иҫке Мөхәмәттә асылды ул. Алтынсыларҙан һигеҙ уҡыусы бөйөк генерал исемен йөрөтәсәк. Командирҙары Инсаф Кәлимуллин икән. Бөтә синыф менән һайлағандар. Инсаф «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Оҫта итеп ҡурайҙа уйнай, бейей. Шәп волейболсы. Төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Һәр яҡлап өлгөлө икән үҙе.

Районда иң тәүгеһе булып
Районда иң тәүгеһе булып

– 78 шайморатовсы синыфы исемен алыу өсөн былтырҙан әҙерләнә башланыҡ. Төрлө һынауҙар үтеп, бына әле бәхетле мәл кисерәбеҙ. Беҙ – районда иң тәүге шайморатовсылар синыфы! Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ! – ти синыф етәксеһе Ләмғинур Ғөзәйер ҡыҙы Ғимашева.
Алтынсылар тарихҡа инеп ҡалды инде. Үҙҙәрен шайморатовсылар тип йөрөтәсәктәр. Әлбиттә, был исемгә лайыҡ булырға ла кәрәк әле. Тимәк, тырышырға, бер ҡасан да бирешмәҫкә, һынатмаҫҡа, шайморатовсылар антына тоғро булырға тейештәр.
Был синыфта хәрби әҙерлек буйынса дәрестәрҙе Асҡар Урал улы Кәлимуллин алып бара. Сафта хәрбиҙәрсә тигеҙ атлап йөрөргә лә ул өйрәтә.
– Махсус кейемдәрҙе тектерергә заказ бирҙек. Аҡсаһы ла түләнгән. Тиҙҙән әҙер була, – ти Ләмғинур Ғөзәйер ҡыҙы.
11 октябрҙә – Республика көнөндә баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ. Шунда уҡ шайморатовсылар синыфына тантаналы рәүештә ҡабул итеү ҙә буласаҡ. Алтынсыларҙы шул байрамда ла күрербеҙ, кейемдәре үҙҙәренә ҡалай килешә, тип һоҡланырбыҙ әле.

М. СӘЙЕТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: