+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
15 Октябрь 2022, 13:50

Уңыш байрамы гөрләне

Эш бөткәс, уйнарға ярай, тиҙәр бит. Беҙ ҙә көҙгө муллыҡты йыйып алып бөткәс, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн Уңыш байрамы үткәрҙек. 

Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне

Сараны башланғыс синыф уҡытыусыһы  Люциә Хәйҙәр ҡыҙы Фазлиәхмәтова йәнле итеп алып барҙы.

Байрам уҡыусылар башҡарыуындағы күңелле йыр менән асылып китте. Йырҙы ишетеп байрамға Мәскәй әбей ҙә килеп етте! Балалар уға көҙ тураһында шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап күрһәткәндән һуң, Мәскәй әбейҙең хатта туңып барған күңеле иреп китте. Төрлө ҡыҙыҡлы ярыштарҙа уҡыусылар ең һыҙғанып, көс һынашты. Йомаҡтарҙың яуаптарын табыу, ағас япраҡтарын һынландырған пазлдар йыйыу, әкиәтте заманса сәхнәләштереү ("Шалҡан" әкиәтен), ҡалаҡ менән картуф йыйыу һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашып, уҡыусылар ысын мәғәнәһендә ял итте, күңел асты. Малайҙар араһында иң оҫта шиғыр һөйләүсене, ҡыҙҙарҙан иң ҡупшы Көҙһылыуҙы ла билдәләнек.

Һәр синыф үҙ өҫтәлен биҙәгәйне. Барыһы ла үҙ фантазияларын эшкә егеп, барлыҡ мөмкинлектәрен ҡулланып матур итеп әҙерләнгән. Көҙгө муллыҡтан, уңыштан ниндәй генә ҡул эштәре әҙерләмәгәндәр. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың уңған, оҫта булыуҙарына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.

Бына шулай күңелле үтте Ҡаран-Ҡунҡаҫ мәктәбендә Уңыш байрамы.

Миләүшә ӘСФӘНДИӘРОВА,

тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.

Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Уңыш байрамы гөрләне
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: