+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
21 Ноябрь 2022, 09:50

Мәктәбебеҙҙә Герой партаһы бар

Рәлиф Нил улы Хөснөтдиновты ауылыбыҙҙа олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә. Уның менән ғорурланабыҙ. Оло йәштә булмаһа ла, сәстәренә иртә сал ҡунған ауылдашыбыҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Рәлиф Нил улы Афған һуғышын үткән яугир. Шуға тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй.

Мәктәбебеҙҙә Герой партаһы бар
Мәктәбебеҙҙә Герой партаһы бар

Ул Үзбәкстандың Термез ҡалаһында 3 ай хәрби әҙерлек үткәс, Афғанстанда 2 йылға яҡын водитель булып хеҙмәт итә. Һуғышты үҙ күҙе менән күрергә лә, дуҫтарын юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә. Бигерәк тә күрше батальонда хеҙмәт иткән яҡташы Данил Халиҡовтың һәләк булыуы тетрәндерә уны. Әйткәндәй, районыбыҙ­ҙан Афған һуғышында 198 яугир ҡатнашып, Данил Халиҡов менән Илмир Шакировтың ғүмерҙәре өҙөлә. Салауат районының яугир-интернационалистары берлеге һәләк булған был егеттәрҙең ғаиләләрен онотмай, ярҙам итеп тора.
Рәлиф Нил улының тағы бер яҡшы сифаты бар: ауылда, районда, республикала уҙғарылған бик күп сараларҙа бағымсылыҡ ярҙамын да күрһәтә. Илһөйәр рухлы ауылдашыбыҙ Малаяҙҙан Рөстәм Хөснуллин менән Башҡортостан Республикаһының автоколоннаһы составында Луганск һәм Донбасс Халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам ойоштороп, йыйылған аҙыҡ-түлекте, әйберҙәрҙе илтеүҙә ҡатнаша. Автоколонна өс «КамАЗ»-дан һәм Рәлиф Нил улының шәхси «ГАЗел»енән тора, рулдә үҙе була. 50 тонна йөктөң 2 тоннаһы Салауат районынан йыйылған.
Хәрби шарттарҙа сыныҡҡан ул. Шуға ҡыйыу ҙа үҙе. «Рәхмәтле Афған халҡынан», «Яугир-интернационалист», «Хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бергә «Донбассты азат иткән өсөн» тигәне лә күкрәген биҙәй хәҙер.
Улар тормош иптәше Лариса Солтан ҡы­ҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Уртан­сыһы Илнур Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында диңгеҙ пехотаһында контракт буйынса разведчик булып хеҙмәт юлын башлай. Сүриәлә хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. Ә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, Украина менән сиктәш республикала хәрби бурысын үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, разведка батальонының командир урынбаҫары үлемесле яралана, батырҙарса һәләк була. 25 йәшлек яҡташыбыҙ Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнде.
Ул менән атайҙың яҙмышы Луганск менән бәйле. Илнур был республиканың азатлығы өсөн көрәшһә, Рәлиф Нил улы 8 тапҡыр гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Алтынсыһында, апрель айында бар­ғанда, улар осраша алмай. Тик телефон аша ғына һөйләшәләр. Һуңғы тапҡыр...
Рәлиф Нил улы Луганск Халыҡ Респуб­ликаһының Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә скульптор Салауат Щербаков эшләгән Миңлеғәле Шайморатов бюсын да Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов менән үҙ машина­һында алып бара.
– Был мәктәпкә шулай уҡ барабан һәм борғолар ҙа бүләк иттек. Ундағы балалар­ҙың генерал Шайморатов тураһында белеүҙәренә хайран ҡалдыҡ. Геройыбыҙҙың ҡәберен дә тәрбиәләп ҡарауҙары ҡыуан­дырҙы. Беҙ был мәктәп уҡыусылары менән Башҡорт атлылары аллеяһында ағас ултыртып, Башҡортостандан сәләм тапшыр­ҙыҡ, – ти ул.
Ауылдашыбыҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, капитан, батарея командиры Әнүәр Фәтих улы Ғәзимуллиндың документтарын ошо мәктәп музейына тапшырыуын да белдерҙе.
Беҙҙең белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһендә Герой партаһы ла бар. 1 сентябрҙә унда Илнур Хөснөтдиновтың ата-әсәһен ултыртып, батырлыҡ дәресе үткәрҙек. Был көн бик тулҡынландырғыс, иҫтәлекле дәрес булып мәктәп тарихына яҙылды.


Миләүшә САҘРЕТДИНОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Салауат районы, Миәшәгәр мәктәбе.

Мәктәбебеҙҙә Герой партаһы бар
Мәктәбебеҙҙә Герой партаһы бар
Мәктәбебеҙҙә Герой партаһы бар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: