-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
16 Декабрь 2022, 18:15

Туғыҙынсылар "Алтын тирмә"лә ҡатнашты

Әбйәлил районы Дәүләт мәктәбенең IX синыф уҡыусылары Башҡорт теле көнөндә "Алтын тирмә" интеллектуаль уйынында ҡатнашты. 

Туғыҙынсылар "Алтын тирмә"лә ҡатнашты
Туғыҙынсылар "Алтын тирмә"лә ҡатнашты

"Башҡорт телен яҡшы белеүсе” тигән темаға арналған сара башҡорт милли традицияларын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны. IX "А" һәм "Б" синыфы уҡыусылары алтышар кешенән 2 команда туплап, исем, девиз һайланы. Уйын 3 турҙа уҙҙы.

Ҡыҙҙар һәм егеттәр алып барыусының һорауҙарына яуап бирҙе, һәр дөрөҫ яуап өсөн тәңкәләр бирелеп барҙы. Һорауҙарҙың ҡатмарлығына ҡарап, мәрәйҙәр ҙә күберәк тапшырылды. Мауыҡтырғыс уйын бик йәнле барҙы. Һөҙөмтәлә, иң күп тәңкә-мәрәй йыйып, IX "А" синыфы уҡыусылары еңеп сыҡты.

 "Алтын тирмә" күңелле үтте. Балалар үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәттәр алды. Уйында бергә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнде. Берҙәм булғанда ғына иң ауыр һорауҙарға ла яуап табып булғанлығын төшөндөләр.

Рита ХӘСӘНОВА.

Әбйәлил районы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: