+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
21 Декабрь 2022, 10:40

Күңелле сара уҙҙы

Әбйәлил районы Дәүләт мәктәбендә “Юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр өсөн күңелле сара уҙҙы.

Күңелле сара уҙҙы
Күңелле сара уҙҙы

Уҡыусылар уға ихлас әҙерләнде: шиғырҙар ятланылар, йырҙар, бейеүҙәр, юл ҡағиҙәләрен өйрәнделәр.
Сараны алып барыусы Амелия Күсәрбаева шиғыр менән башлап ебәрҙе. Унан һуң бергәләп “Әлифба” исемле ҡалаға сәйәхәткә юлландылар.
Эльвира Камалова ҡаланың кешеләре менән таныштырҙы.

Амелия Күсәрбаева, Нургиз Шәһимәрҙанов һәм  мәктәбебеҙҙең йәш инспекторҙары “Хәүефһеҙлек әлифбаһы” буйынса II "А" синыфы кескәйҙәренә (етәксеһе: Илһамова А.Ә.) һәм Шарик менән Мыраубикә ҡушаматлы эт менән бесәйгә юл ҡағиҙәләрен аңлатты.
Күмәкләп төрлө уйындар уйнанылар. Айырыуса “Юл билдәләрен таны" уйыны ҡыҙыҡлы булды.
Шундай үҙенсәлекле, күңелле сара уҙҙы беҙҙең мәктәптә.

Рита ХӘСӘНОВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: