Ни өсөн кәрәк һуң был ойошма? Балалар һәм йәштәр буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрһен, яңы дуҫтар тапһын, дөрөҫ һөнәр һайлаһын, тигән маҡсат ҡуйылған. Беҙҙең мәктәптә лә һәләтле балалар күп. Улар спорт менән шөғөлләнә, бейей, йырлай, «Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы»на йөрөй, төрлө бәйгеләрҙә район намыҫын яҡлай. Мәктәбебеҙҙә йәш армеецтар ҙа әүҙемлек күрһәтә.
Директорыбыҙ Илшат Рәшит улы Ғәлләмов барлыҡ балаларға «Беренселәр хәрәкәте»нең беренсел ойошмаһында яратҡан шөғөлдәрен уңышлы дауам итеүен теләне.
Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА, уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы.