+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
6 Июнь 2023, 14:36

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!

Быйылғы «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын берсә тулҡынланып, берсә моңһоуланып көтөп алдым. Дүрт йыл буйы белем биргән уҡыусыларымды бишенсе синыфҡа оҙатам бит!

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!

Әбеш мәктәбенең IV синыфын алты бала тамамланы. Улар дүрт йыл буйы бик тырышып уҡыны. Әүҙем, берҙәм булдыҡ. Дүртенселәрем төрлө мәктәп, район сараларында, бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашты, еңеүҙәр яуланы.
Сығарылыш байрамында ла бик матур итеп сығыш яһанылар, уҡытыусыларға, атай-әсәйҙәренә бейеү, йырҙар менән рәхмәттәрен белдерҙеләр. Был көндө улар хушлашыу вальсында әйләнде. Һоҡланып ҡарап торҙоҡ.
Был тырыш уҡыусыларым бишенселә лә һынатмаҫтар, гел алда барырҙар, тип ышанам.

Айгөл ҠЫРҒЫҘБАЕВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: