+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
8 Сентябрь 2023, 20:32

28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы

Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә баш ҡалабыҙҙағы һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре яҡшы әҙерләнгәйне. Төрлө милләт вәкилдәре белем алған уҡыу йорто өсөн был ғәжәп түгел.

28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы

Күреү һәләтенән мәхрүм йә насар күргән балалар өсөн республикала берҙән-бер мәктәп булғас, 200-ләп уҡыусы бөтә райондарҙан йыйылған. Ҡаланыҡыларҙы ата-әсәләре алып килеп-китеп йөрөргә мөмкинлектәре бар, башҡалар иһә ошо уҡ бинала интернатта йәшәй. Брайль системаһы буйынса ун ике синыф уҡыйҙар, йәнең теләгән түңәрәктә бушлай шөғөлләнергә була, тип билдәләне директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Әлиә Фирҙәүес ҡыҙы Иҙрисова. Һәләтле балалар күп бында — моңло тауышлы йырсылар, оҫта шиғыр һөйләүселәр, ҡул эштәрен үҙ итеүселәр. Оло тормошҡа аяҡ баҫҡас та, юғалып ҡалмайҙар — юғары уҡыу йорттарын тамамлайҙар, яҡшы эш табалар, билдәлелек яулағандар ҙа бар. Йырсы Ләйсән Нурыева, йәш композитор Азат Исҡужин, ә Салауат Низаметдинов ағайыбыҙ һуң?

Шундай талантлы ҡыҙ-малайҙар менән танышыу бәхете тейҙе лә инде миңә бөгөн. Лилиә Рәжәпова етәкләгән III “А” синыфы, мәҫәлән, сыуаш милли кейеме хаҡында дәрес күрһәтте.

— Егерме биш йыл инде ошо мәктәптә эшләйем. “А” синыфтарында һуҡыр балалар уҡый, “Б”-лар — насар күреүселәр. Еңел түгел, әммә бәләкәй генә маҡсаттары тормошҡа ашһа ла, ниндәйҙер яңы нәмә өйрәнһәләр ҙә, күмәкләп шатланабыҙ. Бүтән йәһәттән иһә башҡа балаларҙан бер нимә менән дә айырылмайбыҙ ул беҙ! Бөтә байрамдарҙа ҡатнашабыҙ, экскурсияларға йөрөйбөҙ, шаярабыҙ, көләбеҙ, — ти Лилиә Рәмзил ҡыҙы.

Ә II “А” синыфынан Кира Иванова бигерәк моңло йырлай булып сыҡты. Тауышы шундай сағыу! Ҡыҙыҡай Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнә — фортепианола уйнай. Социаль селтәрҙә блогын да әүҙем алып бара икән — ҡарауы күңелле!

Башҡорт теле уҡытыусылары Ғәлиә Шәмсулла ҡыҙы Вилданова һәм Лилиә Наил ҡыҙы Ваһапова VIII һәм IX синыф уҡыусылары менән бик матур дәрес әҙерләгәйне. Һәр бала ниндәйҙер халыҡтың милли костюмында. Үҙҙәре ҡыҙыҡһыныусан да, шул уҡ ваҡытта етди лә. Богдан Родионов исемле үҫмергә һоҡланып ҡуйҙым: башҡорт телен теләп өйрәнә икән, шиғыр һөйләп, республика конкурсында призлы урын яулаған хатта.

Мине йәнә балаларҙың ҡул эштәренә маһирлығы әсир итте. Һаулыҡ мөмкинлектәренә ҡарамай улар, үҙҙәре матурлыҡ тыуҙыралар. Баймаҡ ҡыҙы, IX “Б” синыфынан Әҙилә Әбсәләмова һәм Стәрлетамаҡта тыуған, әлеге көндә X “А” синыфында белем алған Надежда Карловалар стилләштергән башҡорт түшелдеректәрен күрһәтте. Был ҡыҙҙар тураһында һуңыраҡ айырым һөйләрмен әле.

Ошолай үтте 28-се мәктәптә Милли кейем көнө. Балалар яңы белемдәргә эйә булды, сағыу кейемдәрҙә йөрөнө, барыһында ла яҡшы кәйеф тыуҙы.

АВТОР фотолары.

28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
28-се мәктәптә — Милли кейем байрамы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: