Башҡорт теле уҡытыусыһы Әлиә Марс ҡыҙы Саматова:
— Был күркәм байрамға матур кейемдәрҙә килеү яҡшы йолаға әйләнде. Берәй атрибут булһа ла тағырға тырыша балалар, уларға был оҡшай. Дәрестәр бөткәнсе ошолай йөрөйҙәр. Шуға быйыл да саранан ситтә ҡалманыҡ. Бөгөнгө көнөбөҙ милли рухта үтте, — тине. Дәрестәрҙә иһә уның маҡсаты, мөһимлеге аңлатылды, халыҡтарҙың дуҫ йәшәүҙәренә баҫым яһалды.