+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
11 Сентябрь 2023, 16:00

Вәт, исмаһам, маҡсатлы!

Надежда Карлова – иҫ киткес һәләтле ҡыҙ.

Вәт, исмаһам, маҡсатлы!
Вәт, исмаһам, маҡсатлы!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған Надя Өфөләге һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатының X “А” синыфында белем ала. Уның менән әңгәмәләшкәндә, һоҡланып туя алманым – шул тиклем маҡсатлы, оптимист үҫмер! Хип-хоп менән шөғөлләнә, шиғырҙар, хикәйәләр яҙа икән. Тауышы көслө, яңғырауыҡлы – юҡтан ғына Надежда әле үк бер түгел, ике радиоканал менән хеҙмәттәшлек итмәйҙер. Өфө дәүләт нефть техник университеты радиоһы һәм Луганск республикаһындағы тулҡындарҙа уның дәртле тапшырыуҙарын тыңларға була.

Яҡшы уҡыуы, олимпиадаларҙа гел еңеүҙәр яулауы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡыҙ тюркология фәне менән ҡыҙыҡһына, шуға ла башҡорт халҡының милли биҙәге – түшелдерек яһап ҡарай. Был шөғөл Надяға бик оҡшап ҡалған. Әлбиттә, синыф етәксеһе Вәсилә Шәйхәли ҡыҙы Байкованың ҡыҙҙың уңыштарында өлөшө ҙур.

Ә киләсәктә Надя журналист булмаҡсы. Маҡтауға лайыҡ ҡыҙ, уның турала тағы ишетерһегеҙ әле!

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: