

Уны тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Лилиә Ғәсәнова ойошторҙо. V шайморатовсылар синыфы Луганск өлкәһендәге 22-се һәм 29-сы мәктәп уҡыусыларына хат яҙҙы.
Үҙҙәренең мөрәжәғәтнамәләрендә улар тиҫтерҙәренә Башҡортостан хаҡында һөйләне. Балаларҙың артабан да хатлашырға ниәте бар. Дуҫлыҡ хаттары яҡын арала гуманитар ярҙам менән бергә мәктәптәргә тапшырыласаҡ.
Фото: bashinform.ru.