

Риана МӘҮЛИЕВА:
– Беҙҙә лә йыл һайын көҙгө йәрминкә үткәрелә. Быйыл да ойошторолдо. Ул көндө меңдән ашыу балалар, атай-әсәйҙәр, һатып алыусылар йыйылған майҙансыҡ ҡайнап торҙо. Беҙ ҙә, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыф уҡыусылары, был саранан ситтә ҡалманыҡ. Мин үҙем төрлө төҫтәге мәрйендәрҙән эшләгән әйберҙәрем менән һатыу иттем.
Йәрминкә ныҡ оҡшаны. Уңғандар, тырыштар аҡса эшләп ҡалды.
Арыҫлан ЫРЫҪҠУЖИН:
– Ә мин пицца, стаканлап һут һаттым. Беҙ, ун малай, йүгереп йөрөп һатыу иттек. Үҙең эшләгән аҡса бик ҡәҙерле икән!
Арыҫлан ҒӘЛИШИН, Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының VI «Ш» синыфы уҡыусылары:
– Йәрминкә хәтәр шәп үтте. Өҫтәлдәребеҙ муллыҡтан һығылып торҙо. Икенсе йыл тағы ла күберәк аҡса эшләргә ине, тип план ҡороп ҡайттым әле.
Алтынай ХӘЛИЛОВА, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының II «Б» синыфы уҡыусыһы:
– Был сараға бар синыфтар ҙа етди әҙерләнгәйне. Беҙҙең дә өҫтәл бай булды. Атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар көсө менән ойошторолған көҙгө муллыҡ байрамы бик күңелле үтте. Алтынай Мәҡсүтованың, Нурландың, Гөлдәрҙең, Йәмиләнең, Сафияның, Фәнзилдең, Тимурҙың әсәйҙәре бешергән ҡамыр аштары, төрлө салаттар, емештәр, ҡайнатмалар телеңде йоторлоҡ ине. Барыһы ла тиҙ генә һатылып бөттө.
Динисламдың атаһы ағастан юнып төрлө әйберҙәр яһауға оҫта икән. Ул эшләгән брелок, машинаға элгестәр өҫтәлгә ҡуйылғайны. Динислам, үҙе лә оҫта һатыусы һымаҡ, тауарҙарын маҡтай-маҡтай тиҙ арала һатып өлгөрҙө. Тимерхандың әсәһе эшләгән әйберҙәр ҙә йәрминкәгә айырым матурлыҡ, йәм өҫтәне.
Бына шулай барыбыҙ ҙа ихлас күңелдән атай-әсәйҙәребеҙ әҙерләгән барлыҡ тауарҙы һатырға тырыштыҡ. Ә беҙ әсәйем менән синыфыбыҙ торған урынды биҙәр өсөн көҙгө темаға арналған стенд эшләнек. Матур килеп сыҡты ул! Тағы ла әйтергә онотоп торам, сағыу тауышлы Тамерланыбыҙ ҙа ныҡ һоҡландырҙы. Һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә белде. Матур тауышы менән бөтәһен дә өҫтәлебеҙ янына саҡырып торҙо.
Зөһрә ХӘКИМОВА.