+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
10 Октябрь 2023, 11:00

Хыялға табан

Степной мәктәбенең VIII синыф уҡыусылары күмәк сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар ата-әсәләре менән бергәләп төрлө ҡамыр ризыҡтары бешерә, ҡул эштәре яһай һәм һатыуға сығара.

Хыялға табанХыялға табан
Хыялға табан

Йыйылған аҡсаға улар хыялдарын тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында үҫмерҙәр 148 мең һум килем алып, йәйен Ҡара диңгеҙҙә ял итте. Был аҡса уҡыусыларға торлаҡҡа түләү, аҙыҡ-түлек алыу һәм күңел асыу өсөн еткән. Ә быйыл уҡыусыларҙың яңы маҡсаты бар: ҡышҡы Мәскәүҙе һәм йәйге Санкт-Петербургты күрергә. Әлегә 25 мең һум самаһы эшләгәндәр ҙә инде.

Әүҙем балаларға уҡыуҙарында уңыштар һәм теләктәренең бойомға ашыуын теләйем.

 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

 

Хыялға табан
Хыялға табан
Хыялға табан
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас