

Башланғыс синыф уҡыусылары нимә генә килтермәгән! Тәмлекәстәрҙе бешерергә әсәләре ярҙам итһә, ҡул эштәре – үҙҙәренеке. Матур итеп милли кейемдәр ҙә кейеп алғандар бит әле. Ҡунаҡтар һатып алыу менән мәж килгәнсе, сәхнәлә күңелле концерт күрһәтелде. Ҡурай моңдары, халыҡ бейеүҙәре, дәртле йырҙар... Зал ысын байрам төҫө алды.