

Һалым грамоталылығы дәресенә 1-се инспекция начальнигы урынбаҫары Андрей Мотин килде. Ул балаларҙы һалым ҡануниәте, декларация, дәүләт бюджеты һымаҡ тәү ҡарашҡа ауыр күренгән төшөнсәләр менән таныштырҙы. Һалым түләү – илебеҙҙәге һәр гражданиндың бурысы, тине Андрей Витальевич. Ул бюджетты тулыландыра, ә унан, үҙ сиратында, халыҡҡа аҡса бүленә.
Осрашыу барышында уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, ребустар систе. Был темаға ҡағылыу барыһына ла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.
Илүзә ЯҠШЫБАЕВА, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Өфө ҡалаһы.