+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
9 Ноябрь 2023, 05:13

Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!

2-се мәктәптә психология-педагогия һәм медицина синыфтарын асыуға арналған сара үтте. Профилле синыфтар Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә булдырылды.

Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!
Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!

Ҡунаҡтар – педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Ф. И. Ниғмәтуллина, Өфө ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Г. Ғ. Ғәлләмова изге нәсихәттәр менән сығыш яһаны. Онлайн рәүештә Сибай институтының технология факультеты деканы А. С. Вәлиев та ҡатнашты. Ул институттағы уҡыу йүнәлештәре тураһында һөйләне. Ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған элекке табип-педиатр З. Т. Ишемғолова, мобиль ФАП-тың фельдшеры А. Ш. Юнысов балаларға юғары уҡыу йорттарына инеп, һөнәр алып районға ҡайтыуҙарын теләне. Район мәғариф идаралығы начальнигы Н. Х. Рыҫҡолов профилле синыфтар булдырылыуы бик мөһим ваҡиға булыуын билдәләне. Был – балалар өсөн яҡшы белем алыу һәм теләгән уҡыу йорттарына инеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек, тине ул.

Эйе, район бындай белгестәргә бик мохтаж һәм йәштәрҙең табип, уҡытыусы булырға теләүен күреү ҡыуаныслы. Сара аҙағында Нияз Хәмзә улы уҡыусыларға танытмалар тапшырҙы.

 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы,

Аҡъяр ауылы.

Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!
Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!
Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!
Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!
Уҡытыусылар һәм табиптар бик кәрәк шул!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас