

Ҡыҙҙар һәм малайҙар һалдаттарға күңел йылыһын да еткерергә тырышты – бергәләп һүрәт төшөрҙөләр, хат яҙҙылар. Һүрәттәге был балалар лицейҙың IV «А» синыфында уҡый. Улар уҡытыусылары Раушания Бәрәкәтова менән посылка әҙерләне.
Әйткәндәй, был синыфта уҡыусы ҡайһы бер балаларҙың аталары, ағалары, яҡындары ил тыныслығы өсөн һаҡта тора. Барыһының да үҙ ғаиләләренә имен-һау һәм тиҙерәк ҡайтыуын, донъяла тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ.
Резеда ВӘЛИЕВА.
Сибай ҡалаһы.