+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
15 Ноябрь 2023, 08:10

Иң шәп мәктәп ашханаһы ҡайҙа?

14 ноябрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы – 2023” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Беҙҙең республиканың ниндәй мәктәбендә ныҡ тәмле итеп ашаталар икән?

Иң шәп мәктәп ашханаһы ҡайҙа?Иң шәп мәктәп ашханаһы ҡайҙа?
Иң шәп мәктәп ашханаһы ҡайҙа?

“Миллионлы ҡаланың иң яҡшы мәктәп ашханаһы” номинацияһында Өфөнөң 147-се мәктәбе еңеү яуланы. Ә “Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы” Нуриман районының Ҡыҙыл шишмә ауылында икән.

Бынан тыш, суперфиналға үткән Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһы ике номинацияла лауреат булды һәм махсус диплом менән бүләкләнде. Ә Шишмә районы туҡланыу үҙәге ашнаҡсыһы Любовь Байбурина “Рәсәйҙең иң оҫта ун ашнаҡсыһы” исемлегенә инде.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас