

– «Йәншишмә»не яратып уҡыйбыҙ, 2024 йылға ла яҙыласаҡбыҙ, – тип ҡыуандырҙы улар.
Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт мәктәбендә гәзитебеҙҙе алдырып ҡына ҡалмайҙар, редакция үткәргән «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ла ҡатнашалар. Был юлы ла үҙҙәрен һынап ҡарарға уйлайҙар. Ни тиһәң дә, велосипед, портатив колонка отҡандары бар. Бәлки, тағы бәхет йылмайыр?
Ҡәҙерле дуҫтар, ә һеҙ «Йәншишмә»гә яҙылдығыҙмы? Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ! Беҙ гәзитебеҙ дуҫтарының күберәк булыуын теләйбеҙ.
М. СӘЙЕТОВ.